-11 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
6 Ноябрь 2025, 23:20
1

Шиғырхана

ХОҘАЙҒА ЯЛБАРЫУ Эй, Хоҙайым! БулмышымдыҺөйләп бирәм Һиңә генә. Гонаһтарыма күҙ йом да, Аяулы бул миңә генә! Беҙгә Ерҙә йәшәр өсөн, Хужаларға ярау кәрәк. Суҡынып китһен башҡалар, Үҙ яйыңды ҡарау кәрәк.

Шиғырхана
Шиғырхана

Намыҫ, выждан тигән булып,
Эт көнөндә йәшәргәме?
Маҡсатыңа ирешә алмай,
Хәлдән тайып сәсәргәме?

Үргә ҡарап фекер итәм,
Ҙур ялғашҡа ҡарап алам.
Кәритәнән сәсрәгәнде,
Сусҡа кеүек, ялап алам.

Шефтың ышығында рәхәт!
Ауыҙ йомам, ипле булам.
Кәрәк саҡта шул әҙәмгә
Дан йырлаусы – төлкө булам.

Буш фекер ырғытһа хужам:
“Гениально!” – тигән булам.
Тоҙһоҙ лаҡап әйтеп ҡуйһа,
Рәхәтләнеп көлгән булам.

Ул берәйһен тәнҡитләһә,
Эттән яман өрөп сығам.
Кемдер уға ҡаршы әйтһә,
Үгеҙ булып һөҙөп йығам!

Хәшәрәт, тип һүкһәләр ҙә,
Түрҙә тора минең ҡатам!
Ҙур Шәхестәрҙән уҙҙырып,
Абруй яулап йәшәп ятам!

Дөрөҫ йәшәп, үҫер инем,
Хәлдән килеңкерәмәй шул.
Хәҡиҡәтте әйтер өсөн,
Йөрәк етеңкерәмәй шул...

Э-э!
Артыҡ һөйләп ҡуйҙым буғай...
Аллаһ әкбәр! Кисер, Хоҙай.

Вәлит Илембәтов.

ЭШТЕ БОҘҘО

Бирғәленең кәйефе юҡ:
“Балтаһы һыуға төшкән”.
Ныҡ йонсоған, йоҡламағас,
Күҙ ҡабаҡтары шешкән.
Ял йортона барған саҡта
Хат яҙҙы кис ултырып.
Ҡатынға, һөйәркәһенә –
Ике битте тултырып.
Конверттарын бутаған шул:
Ҡатын йөрөй ҡотороп,
Аяҡ тибеп. Бер минут та
Сыҙай алмай ултырып.
Һөйәркәнең хатын алып
Аңлаған эш барышын.
Бирғәле йәл. Эште боҙҙо,
Уйламай, хат яҙышып.

Рабиға ҠУРПӘСОВА,
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай ауылы.

АЛЪЯПҠЫС

Төрлө биҙәккә биҙәлгән
Күрше әбей ҡапҡаһы.
Үҙе лә ҡупшы кейенгән,
Ҡыҙыл ҡашлы алҡаһы.
Өйҙәренә килен төшә –
Әбей йөрөй һөйөнөп.
Башҡа инде бер ҡасан да
Йәшәмәҫ ул көйөнөп.
Әбей тамам арыны бит
Мал-тыуар, ҡош-ҡорт ҡарап.
Ул, үҙенә ҡалғанда,
Донъя көттө харап.
Әбейемдең берҙән-бере,
Һөйөклө матур улы,
Алып ҡайта уңған килен,
Буласаҡ бит дүрт ҡулы.
Мендәр тотоп әбей сыҡты
Ҡаршыларға киленде.
Тотторҙо уға алъяпҡыс:
Ҡыҫып бәйлә билеңде.
Көтөп алған уңған килен
Бер аҙҙан бәпәйләне.
Әбекәйем алъяпҡысын
Кире үҙе бәйләне.

Виниса ФӘТТӘХОВА.

 

Автор:
Читайте нас