Эҙләй, һымаҡ, көнөн-төнөн
Ағай бәхет асҡысын.
Тырышһа ла, ни өсөндөр
Килеп сыҡмай. Ып-ысын...
Әле килеп, йәнә осрап,
Сәйер һүҙ ҡатты “йыуаш”:
"Мин үҙем – йыһан яҡтыһы,
Үҙем – күптәргә ҡояш!"..
Килде-китте хәбәрҙәрен,
Һөйләп торҙо бер талай.
Унан, тағы аптыратып,
Сығып, йүгерҙе ағай.
Ауыҙ асып, тороп ҡалдым
Аптырап, ҡылығына.
Аҙаҡ белдем: ағайыбыҙ
Туй яһарға йыйына.
Фото: ru.pinterest.com