-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
26 Ноябрь 2025, 13:55

«ҺӘНӘК»ТЕ ҠОТЛАУ

Бабич рухынан яралып, Есемле булған "Һәнәк"! Ғафури фатихаһынанИсемле булған "Һәнәк"! Йөҙ йыллыҡ ғүмер кисереп, Ниҙәр генә күрмәнең, Ниндәй генә мөртәттәрҙеЙәптәреңә элмәнең!

«ҺӘНӘК»ТЕ ҠОТЛАУ
«ҺӘНӘК»ТЕ ҠОТЛАУ

Кәрәген бирҙең Ялҡауҙың,
Ришүәтсенең, Ҡараҡтың.
Элеп алып, һелкеп атып,
Йәмғиәтте таҙарттың,

Ҡайғы-хәсрәт, һағыштарҙы
Йыраҡҡараҡ оҙаттың.
Көлә-көлә дауаланың,
Ғүмерҙәрҙе оҙайттың.

Сәйфи Ҡудаш, Сәғит Агиш,
Тимер Арслан, Атнабай...
Авторҙарың исемдәрен
Һанап була, туҡтамай.

Ғариф Ғүмәр, Насыриҙар
Һине тотоп атланы.
Назар Нәжми, Һиҙиәттәр,
Булмышыңды аҡланы.

Марат Кәрим, Тәлғәт Сәғит
Һине тотоп көрәште.
Мар. Сәлим 30 йыл буйы
Һинән көлкө өләште.

Әбүзәров, Кинйәбаев,
Миләүшәләр ҡулында
Көләс килеш алға барҙың,
Тайпылманың юлыңдан.

Хәҙер Илгиз Ишбулат бар,
Һин, тип уттар йотоусы,
Йөҙ йәшлек юбилейыңда
Һине ҡулда тотоусы!

Һин Халҡымдың намыҫы һәм
Выжданы булып ҡалдың.
Өмөтө һүрелгәндәргә
Яҡты шәм булып яндың,

Намыҫың саф килеш ҡалды,
Юлдарың туҡталманы.
Ил ҡиблаһы буталһа ла,
Һинеке буталманы!

Гел көләһең, йылмаяһың,
Оҫта ғына төрттөрөп.
По пути, тәнҡит утында
Алғылайһың өттөрөп.

Йөҙ йыл буйы көлдөрәһең,
Күңелдәрҙе астырып,
Көлкө аша тәрбиәләп,
Тура юлға баҫтырып.

Һин килеп инһәң, өйҙәрҙең
Эсе яҡтырып китә.
Ҡабат тағын килереңде
Һәр кем зарығып көтә.

Илгә биргән хеҙмәтең дә,
Абруйың да бик һәлмәк!
Халҡым йәшәгән ҡәҙәре,
Йәшәрһең һин дә, "Һәнәк"!

Вәлит ИЛЕМБӘТОВ.

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас