Ҡыш көнөндә урам буйлап
Сапҡан айыу ҡурҡыныс.
Күпмеләрҙе тәләфләне
Быйылғы йыл шул йыртҡыс.
Ҡыш бабайҙы уяталмай
Төлкө йөрөй ҡотороп.
Ҡош-ҡорт ояһын туҙҙыра
Инә лә ҡаҙып тороп.
Ҡар болотон уятырға
Онотҡанмы Ҡыш бабай?
Һуңға ҡалған ялҡау ҡартҡа
Әмәл табайыҡ, давай!
Автор фотоһы.