-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
8 Декабрь 2025, 10:00

Рәшиҙә РӘИС ПЕРЕЗАГРУЗИЛАСЬ

Терпе кеүек томандарҙаТәнтерәгән булғанмындыр,Бик күптәрҙе томан ашаТанымай ҙа торғанмындыр.Күҙҙәремде табип ҡулыӨр-яңыға әйләндерҙе,Был донъяның матурлығынТағы матур итеп күрҙе.

Рәшиҙә РӘИС ПЕРЕЗАГРУЗИЛАСЬ
Рәшиҙә РӘИС ПЕРЕЗАГРУЗИЛАСЬ

Урамдағы һәр яҙыуҙы
Тәү күргәндәй уҡып барам.
Шатлығымды тыйып тора
Шелтә биреп күҙҙә ярам.

Кәйефем шәп! Эх, белһәгеҙ,
Ҡояш шундай көләс икән.
Күҙем, донъям, әллә үҙем
Перезагрузилась микән?

Фото: evgenia-shato.livejournal.com

Автор:
Читайте нас