Хәҙер эттең кәрәге юҡ,
Байып шашына халыҡ.
Ике метр ҡойма ҡуя,
Ҡалдырмайса бер ярыҡ.
Һәр бер йорт алдарында,
Камералар ҡуйылған.
Кәртәнең ярығынан,
Сығ(а)лмай хатта йылан.
Эттәр хәҙер бөтөп бара,
Өргән тауыштар һирәк.
Эт урынына камеранан
Кеше ултыра ҡарап.
...Эх, замана, бик үҙгәрҙе-
Ҡайҙа барып терәлер?
Уттар һүнһә был донъяла,
Кеше эт булып өрөр!