«Ҡайһы бер урындарында
Турғай моңдары сыға».
Шулай тиеп ғәйеп таба
Моң хужаһынан Ҡарға.
Эләккән, ти, Һандуғасты
Яҡлашҡан ҡоштарға ла,
Барыһынан да уҙҙырып
Ҡарҡылдай биргән Ҡарға.
Һандуғас, һис тә бойоҡмай,
Һаман үҙ көйөн һуҙа,
Әйткән икән тик бер яуап:
«Булдыра алһаң, Ҡарға,
Һандуғастан да уҙҙырып
Үҙең моңланып ҡара!»
Фото: pritchi.ru