Павиандарҙа көслөнөкө –
Замана,
Ғәҙәттәре төптән килә.
Ә бына...
Иң аҡыллы олатабыҙ –
Сапиенс*,
Ғаиләһендә һәр саҡ булған
Һеппи-энд.
Тир түгеп тә тапҡан ашын,
Әпәйен,
Бергә ашатҡан, ситләтмәгән
Бәпәйен.
Утыҙ йәшлек бабай менән
Әбейен,
Ҡалдырмаған, ялар тиеп
Тәпәйен.
Түрә-ҡара ҡуйылмаған
Тәғәйен,
Үәт, замана, хөрриәт бит,
Әйтәйем...
Ер ҡаҙыған Дробышевский
Станислав*,
Хотылево тигән ерҙә,
Алмашлап,
Йәш-елкенсәк ғалим менән.
Эш тейгән –
Ҡаҙа-ҡаҙа, тирләгән, ти,
Әшкиҙәр.
Доктор әйтә, кеше, ти ул,
Шундай зат –
Ул тыныслыҡ, һиллек һөйә,
Ул азат –
Бүтәндәрҙе ҡол итеүҙе
Көҫәүҙән,
Һаны артмаһа йән баштары
Өсәүҙән.
Емеш-еләк, ит бүлешеп –
Тигеҙләп,
Һәйбәт йылда бала таба
Игеҙләп.
Ә маймылдар... Улар власты
Ярата.
Көслө маймыл көсһөҙҙө тиҙ
Ҡарата.
Гепард-фәлән һөжүм итеп
Арытһа,
Ҡотҡара шул – ата маймыл-
“Арыҫлан”.
Альфа-самец ишетелһә
Алыҫтан –
Бер үкерһә, япраҡ ҡолай,
Тауыштан.
Ике туған – кеше менән
Павиандар,
Ғәжәп оҡшаш бер-беренә –
Хайуандар.
Павиан тик кеше булып
Маташмай,
Әшки кеймәй, “тигеҙлек” тип
Һаташмай.
Маймыллана тик кешеләр
Әҙерәк –
Күптәр түгел, бер проценттан
Кәмерәк.
Ни ҡылаһың, алға китеш
Тә кәрәк,
Маймылдарҙан өйрәнмәһә
Һомолар,
Неандерталдар еңер ине...
Һуң, улар...
Мин, ахыры, ҡомда соҡор
Ҡаҙыйым...
Өйгә ҡайтып, маймылланып
Алайым.
Элек кеше йәшәгән, шул,
Кешесә:
Неандертал олатайҙар
"Эше"сә...
Ҡасан беҙ ҙә әйләнербеҙ
Әҙәмгә?
Мәсьәлә – шул. Һүҙем бөттө
Әлегә.
* Һомо сапиенс (аңлы кеше)
** антрополог Станислав Дробышевский.
Фото: https://vk.com/ilgiz_ish?from=groups