-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
10 Декабрь 2025, 15:00

Исем һәм есем

Исемдәргә бер ҙә иҫем китмәй,Ваҡланды хәҙер исемдәр.Дәрәжәле, олпат исемдәргәТура килеп бөтмәй есемдәр. Бөркөт менән ҡарға - бер бизмәндә, -Килбәтенә ҡарап тормайҙар.Буталдылар аҡҡош һәм ҡарағош,Һандуғастар менән турғайҙар...

Исем һәм есем
Исем һәм есем

Ҡанаты бар, суҡышы бар икән -
Нимә кәрәк инде тағы ла?!
Торғаны бер аҫыл ҡош заты тип,
Күкрәгенә миҙал тағыла.

Ҡанат, суҡыш тауыҡта ла бар ул,
Ижад күкәй һалыу түгел дә.
Әсир итмәй йәнде миҙал сыңы,
Һандуғастар моңо күңелдә.

Салауат Әбүзәр.

Автор:
Читайте нас