Тормошомдо ҡорған ҡорамалар
Етер-етмәҫ ҡалған саҡ булды,
Сыуалышты ептәр төйөнләнеп,
Энәләрем ҡайсаҡ шарт һынды.
Ә шулай ҙа, сағыу биҙәктәрҙән
Ҡорай алдым тормош юрғанын.
Ҡара, һороларын ҡушмайынса
Йәйғор төҫтәренән ҡораным.
Яҙҙарымды ҡорған ҡорамалар-
Зәңгәр төҫлө умырзаялыр.
Дым тулышҡан күкшел болоттары
Ләйсән ямғыр булып яуалыр.
Ал-ҡыҙылға алма-сыбар ҡушып
Йәшел төҫтән ҡорҙом йәйемде.
Ҡорауҙарым гөл-сәскәләр япҡан
Хәтфә болон булып йәйелде.
Алтын-һары нағыш ептәремде
Көҙҙәремә ҡушып ҡораным.
Яҙҙар, йәйҙәр елеп үтә,
Көҙҙәр яҡты булһын, тиеп, юраным.
Аҡ төҫтәрҙән генә ҡорҙом әле
Ҡорамаһын ғүмер ҡышымдың.
Бер биҙәге итеп ҡаҙап ҡуйҙым
Энәләрен йәшел шыршының.
Быйыл тағы, өс йөҙ ҙә алтмыш биш
Ҡораманан бер йыл ҡораным,
Йылдарымды ҡорап өйә-өйә
Ғүмер уҙғанын да тойманым.