Атты өйрәтеүе еңел түгел,
Тоғро аттар - ир-ат яуҙашы.
"Ниҙәр генә күрмәй, ни кисермәй
Ир-егеткәй менән ат башы".
Ир-егеткәй менән ат башы, тип,
Күпме аһ-зар йырға һалынған.
Быйыл да бит, ана, ат йылына
Күңелдәрҙә өмөт ҡабынған.
Ялҡын төҫлө ҡыҙыл ялдарыңдан
Йылылыҡ бөрк, йылҡым, йәлләмә,
Туң йөрәккә туңған дошманлыҡты
Үслеләре менән бәйләмә.
Йылылыҡ бөрк Халыҡ Дуҫлығына,
Сәскә атһын Ерҙә изгелек.
Ялҡыныңда янһын яуызлыҡтар,
Бәрәкәт бир ғәмгә етерлек.
Ат өйрәтеү еңел булмаһа ла,
Һис өҙөлмәй башҡорт йылҡынан.
Аҡбуҙаттың хыял ҡанаттары
Еңеү илтһен йылҡы йылынан.
Фото: gorbilet.com