Балам, бында ҡағыҙ ҙа юҡ, ҡәләм дә,
Яҙа (а)лмайым hиңә хат та, сәләм дә.
Шулай булғас, hин миңә үпкә тотма,
Тик хәйер бирергә генә онотма...
Хәйер бирhәң, киңәйер тар ҡәберем,
Ахирәттә артыр минең ҡәҙерем,
Фәрештәләр килеп белер хәлемде,
Уттан-hыуҙан hаҡлар Аллаһ тәнемде.
Хәйер бирhәң, йомшарыр ятҡан ерем,
Яҡтырып, балҡып китер ингән гүрем.
Төҫ ташламаҫ Ахирәт күлдәгем дә,
Шат көтөрмөн Ҡиәмәт көндәрен дә...
Хәйер бирhәң, еңеләйер тупрағым,
Балам, ниҙәр әйтергә hиңә тағы?
Һаран булма минең өсөн хәйергә,
Башҡа бер ни кәрәк түгел ҡәберҙә!..
Фото: sindika24.ru