Ауыҙ асып, телде һоноп,
Һеҙҙе аулап сапмам инде.
Әммә ошо йәмде күрмәй
Өйҙә генә ятмам инде.
Шаяртмағыҙ, ынйыҡайҙар!
Керпектәргә ҡунып, көлөп,
Аҙаштыра күрмәгеҙсе
Юлдарыма көрттәр өйөп.
Шул көрттәргә сумып, аунап,
Уйнағанды көтәгеҙме?
Эх, һеҙҙән дә үтә ғүмер,
Тиеп йәнде өтәгеҙме?
Ябалаҡлап яуған ҡарҙар
Өйөрөлөп һөйҙө мине,
Шаяртмайбыҙ, элеккесә
Яратабыҙ һеҙҙе, тине.
Фото: ru.pinterest.com