Кемдер - бәйгенән бәйгегә,
Дан-шөһрәт уға юлдаш,
Кемелер – өйөр айғыры,
Үҙе түш тә үҙе баш.
Сабыр ғына ғүмер буйы
Йөк һөйрәүсе – эш аты,
Ижадсының иңдәрендә
Аҡбуҙаттың ҡанаты.
Аслы-туҡлы хужаһына
Хеҙмәт итә алаша,
Алашаһын йәш толпарға
Бары иҫәр алмаша!
...Һәр беребеҙ был тормошта
Ат инде. Башта – йүгән.
Ауыҙлыҡты сәйнәй-сәйнәй,
Һөйрәйбеҙ донъя йөгөн.
Теләгем шул: һөйрәгән йөк
Ҡыш көнө булһын сана,
Ҡара ерҙә арба һөйрәп
Үтергә етһен сама.
Бер туҡтауһыҙ дилбегәне
Ҡайырмаһасы яҙмыш,
Һыҙырмаһын сыбыртҡылап
Арҡа тиреһен ҡайыш.
Хәрәкәттә - бәрәкәт, ти,
Булайыҡ хәрәкәттә,
Тибенергә иренмәһәк,
Йәшәрбеҙ бәрәкәттә.
Һимертергә ҡуймаһындар
Туҡтатып хаҡлы ялға,
Ел уйнаһын ял-ҡойроҡта,
Теребеҙ?! Тимәк, алға!
Алға! Еңеү елдәренә
Елберләһен ялыбыҙ!
Бирешмәйек! Ни тиһәң дә,
Был бит беҙҙең йылыбыҙ!
Фото: shedevrum.ai