Аҡ сәлләле аҡһаҡалдар ҡоро
Мәртәбәле ҡунаҡ - сал тауҙар.
Әйтерһең дә, һаҡал семеткеләп,
Мут йылмайып торған бабайҙар.
Аҡ түшәктәр йәйеп туй ҡаршылай
Ҡыр, яландар алсаҡ хужалай.
Көтөп-көтөп сабырлығы бөткәс
Әйһәйлүкләп елдәр йыр башлай.
Тәбиғәттә туй тантана итә,
Донъябыҙҙы күмеп сафлыҡҡа.
Әлдә генә әле ҡыштарым бар
Сарсағанда күңел аҡлыҡҡа.
Г. Исрафилова.
Фото: in.pinterest.com