Дуҫтар арыр, дошман арыу белмәҫ,
Дуҫтар ҡаҡшар, дошман ҡаҡшамаҫ.
Йәрҙәр һымаҡ, хыянат итмәҫ дошман,
Дуҫтар ташлар, дошман ташламаҫ.
Мин белмәгән, серҙәремде белә,
Һаҡта тора, дошман ҡымшанмай.
Күҙләй-күҙләй, күҙе салышланған,
Һағыҙ урынына исемемде
Сәйнәй-сәйнәй ауыҙы ҡыйшайған.
Тоғролоҡҡа, дуҫтар, уяулыҡҡа,
Өйрәнегеҙ әле дошмандан.
Фото: m.fishki.net