Ике өйҙә лә яу бара,
Алғы өйҙә медсестра
Әжәл менән яғалаша,
Әбейгә ул һыу йоттора.
Ҡыҙҙар, килендәр атылып
Бай соланға кереп китте.
Ҡаҡлаған ҡаҙ, ит бүлергә
Бына сират килеп етте.
Өй алды дыу килеп тора,
Тиргәшәләр, көлөшәләр,
Шыбаға тотошоп, улар
Мөлкәттәрҙе бүлешәләр.
...Кейәүҙәр ишек алдында
Сабышып, пыр туҙып йөрөй,
Тауыҡтарҙы, ҡош-ҡорттарҙы
Йән-фарманға ҡыуып йөрөй.
Һарыҡ аулап, кәзә яулап
Ихатала геү киләләр,
Һаҡалбайҙар ыһ та итмәй
Ҡойма аша һикерәләр.
Уртансы ҡыҙ хәрәмләште,
Бер тәкәне артыҡ алды,
“Ҡырҡын үткәрергә” тиеп,
Ул шунда уҡ әйтеп һалды.
Йәш килен келәт аҫтына
Шыуып үҙе теләп керҙе,
Юлы уңды: өс тауыҡты
Ул бер юлы эләктерҙе.
Ҡарсыҡтың ҙур улы Баһау
Бер саҡ тамам ҡыҙып китте,
Ҡоба һыйырҙы етәкләп,
Ул ҡапҡанан сығып китте.
***
Биш көн үткәс, әйт һин уны,
Вәт бит нимә килеп сыҡты,
Алғы өйҙә үлем түгел,
Медсестра еңеп сыҡты.
Ҡоба һыйырын етәкләп
Әсмә әбей ҡайтып килә,
Һөтһөҙ сәйҙә ләззәт юҡ, тип
Ул үҙенә әйтеп килә.
Ихатаны өр-яңынан
Көйләп-яйлап ҡуяһы бар:
Тауыҡтарҙың, һарыҡтарҙың
Һәммәһен дә йыяһы бар...