Аванслы көн дә шулай булды,
Күңеле уның ситкә тайпылды.
Йәш егеттәр ятағына барып,
Көскә эҙләп таптым ҡатынды.
Футбол көнө, ҡатын-ҡыҙҙар шаулап
Стадионға ҡарай үтәләр.
Байтаҡ ханымдарҙың кеҫәһендә
Ҡырҡ градуслы зәһәр шешәләр.
Мин юғалған кәләшемде эҙләп
Ресторанға барып кермәмме,
Әйттерәләр тешһеҙ әбекәйҙәр
Алып килеп буйҙаҡ ирҙәрҙе.
...Байрам икән, ығы-зығы киләм,
Аш-һыу көйләп, бәлеш бешереп,
Ҡунаҡ саҡырырға киткән кәләш
Ҡайтмай, йөрөй булыр “төшөрөп”.
Тирләп-бешеп, янып керҙәр йыуам,
Уйланамын сафлыҡ хаҡында.
Ә кәләшем күрше ҡатын менән
Икәү кәрт һуғалар балконда.
Кәләш кисен эштән ҡайтып керһә,
Сығырынан сығып ысҡына,
- Өҫтө, аяҡтарҙы сисендер! – тип
Аяҡ тибеп миңә ҡысҡыра.
Иҫәбе юҡ бында мәсхәрәнең,
Миңә биргән утлы ялҡындың,
Һәр кис һайын ҡулын-аяҡтарын
Йыуындырып ятам ҡатындың.
Паклык, шатлык тигән һүҙҙәрҙе мин
Бирәм ҡулым менән аңлатып.
Иртән тороуына туфлиҙарын
Ял иттереп ҡуям таҙартып...
Һаташыуым шунда өҙөлдө,
Дауыл алды минең күңелде.
Тимер АРСЛАН.
Фото: Дзен