+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
28 Ғинуар , 14:35

* * *

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ * Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың «Юҡтырһың да, Алла!» шиғыры тураһында һүҙ. Ҡасан донъя һәйбәтләнер,Хоҙайым?Һинән бары шул туралаҺорайым. Маҙаһыҙлап, гонаһ ҡылһам,Ярлыҡа.Күпме йәшәргә була һуңТарлыҡта? Донъя тигеҙ түгеллегенКүрәбеҙ.Һынау өсөн икәнен дәБеләбеҙ. Ә шулай ҙа тынғы бирмәйШул уйым.Ярыла ла сыға түштәнҺуйылып.

* * *
* * *

Байҙар, бурҙар, шылғаяҡтар
Һимерә.
Нәфсе белмәй ҡаҙна малын
Кимерә.

Ярлы меҫкен ямана ла
Ҡыуана.
Тырнап тапҡан һынығына
Йыуана.

Ғафури* ҙа шул турала
Һораған.
Ергә килер тигеҙлек, тип
Юраған.

Тигеҙлекте сабыр ғына
Көтәбеҙ.
Көтә-көтә ғүмер ебен
Һүтәбеҙ.

Фото: авторҙың "Бәйләнештә" төркөмөнән.

 

Автор:
Читайте нас