-5 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
3 Февраль , 12:38

Муса ЙӘЛИЛ шиғырҙары

БӨРСӘЙәнкәй менән икәү етәкләшеп Һыу буйынан китеп барабыҙ. Йәнкәй һырыша миңә, аҙым һайын Яҡынлаша бара арабыҙ. Бара торғас, мамыҡ ҡулы менән Ул билемдән минең ҡосаҡлай. Уйламаған инем һуҡыр бәхетем Тулып ташыр, тиеп, был саҡлы. Танау туҡмаҡ минең, битем шаҙра,Нисек шулай матур күренәм! Яраталыр, ахыры, тип уйлайым да Үбергә, тип уға үреләм.

Муса ЙӘЛИЛ шиғырҙары
Муса ЙӘЛИЛ шиғырҙары

Тап шул мәлде һул яҡ ҡабырғаны
Кемдер семетә кеүек һиҙелә.
Мин уянып китәм, татлы төшөм
Иң ҡыҙыҡлы ерҙә өҙөлә.


Һул ҡабырғам әрней, ни бар тиеп,
Мин ҡултыҡҡа тығам һул ҡулды.
Мине шулай тешләп уятыусы
Бөрсә икән, ҡәһәр һуҡҡыры!

Ни әйтәһең инде ошо хәлгә,
Ғүмергә бер шундай төш күрәм,
Унда ла бит бөрсә тешләп боҙа,
Әллә юрый, әллә үс менән?!


Мин асыуҙан яуыз был бөрсәне
Ҡыуып тотам, баҫам, үлтерәм.
Үсем башта ҡанған төҫлө була,
Ә һуңынан үҙем үкенәм.


Әҙме йөрөнөм Ғәбделнасир кеүек,
Ғишыҡ тотоп, йәнде телгеләп.
Бөрсә хәтлем бөрсә тешләп боҙған
Ғишыҡтамы булһын бәрәкәт?!

Шулай бит ул, бәхетең кире булһа,
Табылып тора уның бөрсәһе!
«Ғашиҡ» итеп йәнде семетеүсе
«Бөрсә»ләре бына нишләһен?!

1943

ҒЫЙШЫҠ МЕНӘН ҺЫЙЫР

Мин сәскәләр йыйҙым, һөйөклөмә
Бәйләм итеп бәйләп килтерҙем.
Күрһен иркәм уның ҡулдалығын
Йөрәгемдең, бәхетем, иркемдең.

Аһ, ни ғәрлек, ҡыҙым сәскәләрҙе
Тәҙрәнән тышҡа ырғытҡан.
Ә уларҙы һыйыр ашап киткән...
Нисек түҙәм үлмәй хурлыҡтан?!

Ғашыҡ һүҙен һыйыр ишетте лә,
Ғәжәпләнеп, башын һелкене.
-Иҫем китә, – тине, – был ғашиҡҡа,
Ҡарап торһаң, кеше шикелле!

Аңламайса, ахмаҡ, эштең төбөн,
Ниңә шулай ҡыҙа, туҙына?
Мин ашаһам уның сәскәләрен
Һөт бирәм бит һөйгән ҡыҙына.

Минең һөттән уны йөҙө алһыу,
Минең һөттән – таҙа, һөйкөмлө,
Тәне йомшаҡ, уның тештәре аҡ,
Яңы һауған һөтөм шикелле...

Уйға ҡалды ғашиҡ...
-Ысынлап та, - тине,
Ник әрләйем һөтибкәне?
Ул бит көн дә ҡырҙан үлән йыйып,
Ҡаймаҡ менән һыйлай иркәмде!

Аҙыҡ булһын гөлөм һыйырына,
Мин теләмәм артыҡ һис кемде!
Миңә шул да бәхет, әйҙә, иркәм
Ҡаймаҡ итеп эсһен ғишығымды...

Һәм йыуанды ғашиҡ...
Хәҙер көн дә
Сәскә йыйып шишмә буйында
Ҡыҙға түгел, килтереп сәскәләрҙе
Ул ашата икән һыйырға.

1943

Ник саҡырҙың һыу буйына,
Үҙең шунда килмәгәс?
Ник әйттерҙең “һөйәм” тиеп
Үҙең “мин дә!” тимәгәс.
Ник йылмайҙың ҡаш һикертеп,
Яратмағас, йөрөмәгәс?
Ник ашаттың тоҙло балыҡ,
Һуңынан һыу бирмәгәс?

1943

Фото: culture.ru

Автор:
Читайте нас