+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
4 Февраль , 10:30

* * *

Фирүзә АБДУЛЛИНА Ир ҡатыны булып яңыЙәшәй башлаған саҡтаӘсәйем шәп кәңәш бирҙе!Онотмам ошо хаҡта… - Ҡатын-ҡыҙ сабырһыҙ була –Алдан төшөп эшләмә!Эшләргә теләмәй торғанЭшен артыҡ көсләмә.

* * *
* * *

Бер өйрәтһәң алдан алып,
Тиҙ ултырыр елкәңә!
Елкәңә ирҙе ултыртып
Ҡалма, балам, көлкөгә.

- Был ни тигән һүҙең, әсәй?
Шаяртыумы, һанаумы?
- Үҙең һайла, балаҡайым:
Ир кәрәкме, быҙаумы?!

…Мин теләгәнсә эшләһәк,
Шәберәк йәшәр инек,
Айға һуҙылған эштәрҙе
Аҙнала эшләр инек!

Малайҙы әсәй тапһа ла
Ирҙе бит ҡатын яһай,
Малайҙан ир яһауҙары
Түгел шул, ай-һай, ябай!

Һинең һүҙеңде тотмаһам,
Тапмаҫ инем бәхеттте:
Ҡыйын булыр ине, әсәй,
Һаҡлауы мөхәббәтте.

Үҙе белеп эшләй эште,
Эй торам маҡтап-хуплап!
Өндәшмәйсә түҙәм күп саҡ
Бар сабырлыҡты туплап!

Алдан төшөп эшләмәйем:
Миңә быҙау кәрәкмәй!
Ах итһендәр сит ҡатындар:
Бындай ирҙәр эләкмәй!

Автор:
Читайте нас