Эш хаҡтарын алабыҙҙа,Хатта күрмәй ҡалабыҙ.Олоғайып өлгөрҙөк шул,Тыуыр ине балабыҙ.
Хөкөмәте бирер ине,Берәй миллион аҡсаһын.Йортон алып булмаһа ла,Алыр инек баҡсаһын.
Авансҡа ваҡыт етә,Эй һөйөнөс күңелгә.Ул аҡсаны тағы ла,Ҡайһыһына бүлергә?