-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
17 Февраль , 13:18

ИЗГЕ РАМАҘАН

Бөгөн беренсе тәрәүих Бер күренә, бер күмеләКүктә ай, күктә ай.Шәғбан айы уҙып бара,Яҡынлаша изге ай. Йондоҙҙар ем-ем итәЗәңгәр болоттар ашаГонаһтар кисереләТорған ай яҡынлаша.

ИЗГЕ РАМАҘАН
ИЗГЕ РАМАҘАН

Ҡаланы нурға күмеп,
Яңғырай киске аҙан,
Күңелдәрҙе һөйөндөрөп,
Яҡынлаша Рамаҙан.

Һаулыҡ бир, беҙгә Раббым!
Көс бир тоторға ураҙа.
Урап үтһен барыбыҙҙы
Хәсрәт һәм бәлә-ҡаза.

Ураҙабыҙ булһын ҡалҡан
Нәфестән, ҡыҙыу уттан
Ялғандан, ғәйбәт һүҙҙән
Һаҡлаһын яман күҙҙән.

Тәүбәләр ҡабул булһын,
Иманыбыҙ нығынһын,
Яңғырап аҙан,
Хуш киләһең, Рамаҙан!

Нурзидә.



Автор:
Читайте нас