+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
24 Февраль , 11:55

Вәлит ИЛЕМБӘТОВ ТУҠАЙ

Татар халҡының бөйөк шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 140 йылЯҙын киткән.Йәйҙә йәшәп,Йәшнәй алмаған Туҡай -Бер ата ҡаҙ ғүмерен дәЙәшәй алмаған Туҡай!..Иртә киткән.ФанилыҡтаОҙаҡлап торалмаған -Яҙыусылар союзындаАғза ла булалмаған.Башлы күҙле лә булмаған -Өйләнеп өлгөрмәгән.Флюгер булып йәшәргәӨйрәнеп өлгөрмәгән.

Вәлит ИЛЕМБӘТОВ ТУҠАЙ
Вәлит ИЛЕМБӘТОВ ТУҠАЙ

Ялғанды Хаҡ тип әйтмәгән -
Бер ҡатлы әҙәм булған.
Ике йөҙлө булып ҡына
Йәшәмәй әрәм булған...

Түрәләргә ауыҙ йырып,
Билен бөгә белмәгән.
Шуға күрә, шәп яҙһа ла,
Бер рәхәт тә күрмәгән.

Беҙгә тиклем шедеврҙар
Яҙып өлгөргән Туҡай,
Беҙ яҙаһын алдан яҙып,
Эште бөлдөргән Туҡай.

Фото: ru.wikipedia.org

Автор:
Читайте нас