+3 °С
Облачно
Шиғырҙар
1 Марта , 06:55

Ваҡыт - рәссам

Рәшиҙә РӘИС Алтмыштан һуң, бынағайыш,Ваҡыт хәтәр уйнаҡлай.Күрмәй ҡалаң, ҡәләм тотопЙөҙҙәремә сыймаҡлай.Минең йөҙҙө әллә индеДәфтәр бите тип белә.Күҙ осонда берәү түгел,Алты "ҡаҙ эҙе" килә.

Ваҡыт - рәссамВаҡыт - рәссам
Ваҡыт - рәссам

Маңлайыма әллә нисә
Поезд юлдарын һыҙған.
Асылған икән таланты,
Рәссамдар кеүек ҡыҙған.

Шул биғәләш рәссам шайын
Тотоп алырмын тимә.
Поезд менән түгел, үҙе
Самолёт менән елә.

Автор:
Читайте нас