Суртандарҙың нәфселәре сикһеҙ,
Миллиардтар эҙһеҙ юғала.
Ваҡ балыҡтар самалыраҡ мөйнәй,
Ҡәнәғәттәр улар шуға ла.
Ҡаҡһыу ғына ҡалған донъябыҙҙы
Бөрөп алып бара ҡараҡтар.
Был бурҙарҙы тотоп бөтөр өсөн,
Етер микән илдә ҡармаҡтар?
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.
28.02.2026й.