+7 °С
Облачно
Шиғырҙар
5 Марта , 10:50

БИК ШӘП ШИҒЫР

Гөлнур ҠЫУАТОВА «Сәсрәп китһен донъяһы!» - тип,Ҡатын бөгөн йоҡланы.Иртән һыйырын һауманы,Хатта көтөү ҡыуманы. Һөтһөҙ ҡалған ас быҙауҙарБаҡырышты, туланы.Туғыҙҙа торған иренәҠайнар сәй ҙә булманы.

БИК ШӘП ШИҒЫРБИК ШӘП ШИҒЫР
БИК ШӘП ШИҒЫР

Ҡыҙҙың сәсе үрелмәне,
Йыйылманы йорт-ҡура.
Хатта бахыр тауыҡтар ҙа
Ас килеш бикле тора.

Ахрызаман еткән өйҙә:
Киткән кеүек йорт ҡото.
Ғүмергә бер тәүге тапҡыр
Йоҡо туйҙырған ҡатын.

Автор:
Читайте нас