-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
12 Март , 14:25

КЕШЕ ҺҮҘЕ

Кеше ни әйтер тип,иҫем китмәй,Ни һөйләмәҫ кеше телдәре.Ғәйбәт-ялғандарҙан ҡурҡҡан мәлдәр,Була торғайны шул элгәре... Кеше ни әйтер тип йөрөгән саҡтар,Ҡурҡыумы ул,әллә юләрлек?Шул ваҡыттар иҫкә төшһә хәҙер,Шарҡылдаптар көлөп үләрлек.

КЕШЕ ҺҮҘЕ
КЕШЕ ҺҮҘЕ

Ғәйбәт-ялғандарға ҡолаҡ һалһаң,
Йәшәмәҫкә кәрәк донъяла.
Кеше һүҙе-кеше үлтерә,тигәндәрен,
Аңланым мин һуңлап булһа ла.

Үҙ тормошон яйлай алмағандар,
Тикшерәләр һинен булмышты.
Түп-түңәрәк булһа донъяларың,
Күралмайҙар һинең уңышты.

Тикшерәләр һинең йәшәйеште,
Сүптән сүмәләләр өйәләр.
Һинең кеүек була алмайҙар ҙа,
Көнләшеүҙән ҡара көйәләр.

Боҙоп-төҙөп,ҡороп ҡоршап ҡына,
"Ҡыҙ" яһап ҡуйһалар,ярай ҙа.
Ғәйбәтсегә һөйләргә һүҙ кәрәк,
Яҡшылыҡтан уға ни файҙа?!

Кеше ни әйтер тип,йәшәмәйем,
Күптән үткән инде ул саҡтар.
Әллә ҡасан уты һүнеп бөткән,
Көлдәр генә борҡой усаҡта.

Булһа-күрә,булмаһа-бирә алмайҙар,
Шөкөр итеп йәшәй белмәйҙәр.
Кеше ни әйтер тип,йәшәр саҡтар үткән,
Ғәйбәткә баш эймәй миндәйҙәр.

Һауытта ни булһа,шул түгелә,
Тик изгелек кенә түгелһен.
Аңлар әле бер саҡ ғәйбәтсе лә,
Ғәйбәт һөйләп,кеше менән булып,
Ерҙә йәшәү мөмкин түгелен.


ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.

Фото: photocentra.ru

 

Автор:
Читайте нас