+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
24 Март , 10:50

ЙӘРӘХӘТ

* * *

Юлдаш ӘХТӘМОВ ЙӘРӘХӘТ
Юлдаш ӘХТӘМОВ ЙӘРӘХӘТ

Һуғыш бит ул - шундай ҡәбәхәт,
Ергә һала тәрән йәрәхәт.
Меңәрләгән ҡатын тол ҡала,
Йәтим үҫәсәк күпме бала?!.
Йонсой нисәмә-нисә әсә
Әсе күҙ йәштәренә сәсәп.
Иҫән ҡайтһын тиеп улдары,
Ялуарып һуҙалар ҡулдарын.
Ауылдар, ҡасаба, ҡалалар,
Хәрәбә хәлендә ҡалалар.
Оҙаҡ бармаҫ инде был афәт,
Тыныр бер саҡ утлы ғәрәсәт.
Алла бирһә, беҙҙең батырҙар,
Еңеү яулап, өйгә ҡайтырҙар.
Башын һалған атай, улдарҙы,
Бер кем дә онотмаҫ уларҙы.
Йондоҙҙай балҡыр юғарыла
Йәндәре Кейек ҡаҙ юлында.

Юлдаш ӘХТӘМОВ.

Фото: Pinterest

Автор:
Читайте нас