+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Март , 14:20

ҺАРЫҠ

Салауат Әбүзәр Бик ныҡ арып ҡайтты һарыҡЭшкә барып.Хәлдән тайып ята хәҙер,Уйға тарып. Көнө буйы эш тип саба, –Күрмәй йүнен.Ҡомһоҙ хужа тунап ҡынаТора йөнөн.  

ҺАРЫҠ
ҺАРЫҠ

Уныһына иҫе китмәҫ
Ине бик тә.
Бәрәстәрен оҙаттылар
Тағы иткә.

Эшләй-эшләй мандый алмау
Йәнен телә.
Гел бурыстан башы сыҡмай,
Күпме түлә...

Улай тиһәң, бер улмы ни
Шулай йәшәй?!
Ғүмер буйы билен бөккән
Атай, әсәй.

Ошо уйҙан бер еңеллек
Тойоп китте.
Иртән тағы көтөүгә, тип,
Ойоп китте...

 

Автор:
Читайте нас