+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Март , 14:25

ХӘРӘМ ХӘЛӘЛ

Ишдәүләт САФИУЛЛИН Алыпһатарлыҡ сиренәКүптән тарыған ул Хәмәй.Көндөҙ әкәм-төкәм һатһа,Төндәрен осорҙо «сәмәй». Һатты күпләп-күмәртәләпЙә хәрәмен, йә хәләлен.Әгәр бәйләнә ҡалһалар,Таба торҙо гел әмәлен.

ХӘРӘМ ХӘЛӘЛ
ХӘРӘМ ХӘЛӘЛ

Ҡаты баҙар ҡанундары:
Конкуренттар юлды баҫты.
Юғалып ҡалманы Хәмәй –
Йортҡа терәп кибет асты.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым,
Төрлө тауар ҡайтып тора.
Ямғырҙа ҡалҡҡан бәшмәктәй
Хаҡтары гел артып тора.

Алыусыларға сара юҡ,
Хаҡты ил-хөкүмәт ҡуйғас,
Ауылда берҙән-бер кибет,
Ул да Хәмәйҙеке булғас.

Хәмәй таба тауарҙарҙың
Икеһен дә, өсөһөн дә.
Кәрәк булһа, ебәрә ул
Әсеһен дә, сөсөһөн дә.

Тик донъя тигеҙ бармай шул,
Сыҡҡылап ҡуя дауылдар.
Хәмәйгә лә кризис килде,
Башланғас «Айыҡ ауыл»дар.

«Хәрәм менән булышма!» тип
Комиссия ҡуйғас шартын,
Хәмәй ҡалды йыуашланып,
Биш урындан ҡыҫып артын.

Тоҙ һәм шырпы менән генә
«Выручка» яһарлыҡ түгел.
Һыра-хәмер һатҡан саҡта,
Күтәренке ине күңел.

Ләкин Хәмәйме һуң инде
Тапмай торған бер әмәл дә?!
Тиҙ арала әйләндерҙе
Бар тауарын ул хәләлгә.

Прилавкала һәр бер әйбер
Балҡып тора күкрәк ҡағып,
Түш биҙәгән миҙал кеүек
«Хәләл» тигән яҙыу тағып.

Һаҙлыҡта ла батмаҫ Хәмәй
Тапҡан шундай әмәл тиҙәр.
Хатта уның аҫтан һатҡан
Хәмере лә «хәләл» тиҙәр!

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас