+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
25 Март , 14:00
Марат КӘРИМОВтан уймаҡ шиғырҙар
Заманында Мәскәүҙең үҙендә Рәми Ғарипов менән бер осор уҡыған. Хатта бер килке “Һәнәк”тең баш мөхәррире булған, хәҙер иң өлкән әҙиптәребеҙҙең береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов үҙенең шиғырҙары менән беҙҙе уйланырға, көлөргә, кәрәк булһа, йылмайырға мәжбүр итә. УРЛАЙҘАР Эй урлайҙар, урлайҙар Ярамай, тип тормайҙар. Ултыртһалар ҙа бәлә юҡ, Унда оҙаҡ тотмайҙар. ЭСӘЛӘР Эй эсәләр, эсәләр, Ирҙәр менән бисәләр. Унда мулыраҡ ҡояларҙыр тип Ҡәберҙәргә күсәләр.
Марат КӘРИМОВтан уймаҡ шиғырҙар
БЕЙЕҮҘӘР
Эй бейейҙәр, бейейҙәр,
Асса! Асса! тиеүҙәр
Юҡ алҡыштар көтә-көтә
Сәхнәлә баш эйеүҙәр.
СИРЛӘЙҘӘР
Эй тирләйҙәр, сирләйҙәр,
Сәйҙәр эсеп тирләйҙәр.
Тирләмәһә, был үлгән тип
Йәсин сығып ерләйҙәр.
ЙЫРЛАЙҘАР
Эй йырлайҙар, йырлайҙар,
Тик әллә ни ҡырмайҙар.
Моңо булһа бер хәл әле,
Бесәй кеүек мырлайҙар.
КӨТМӘГӘНДӘ ГЕНӘ
Ҡарт йәшлегем бөтөнләйгә
Үтмәгәндә генә
Бер йәш ҡатынға өйләндем
Көтмәгәндә генә.
Был донъяға килеүҙәре
Етмәгәндә генә
Ҡатын игеҙ бала тапты
Көтмәгәндә генә.
Бер ир килде шатлығыбыҙ
Бөтмәгәндә генә.
Уның береһе минеке! – ти
Көтмәгәндә генә.
Бәхетебеҙ артыҡ ҙурға
Китмәгәндә генә
Судья ярҙам ҡулы һуҙҙы
Көтмәгәндә генә.
Ә ул эште һаман хәл
Итмәгәндә генә
Ошо шиғыр килеп тыуҙы
Көтмәгәндә генә.
Һәр кемдең дә өҫтәлендә
Була ине шул икмәк.
Хикмәт әле бында түгел
Бына ҡайҙа ул хикмәт!
Автор:
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"