+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
30 Март , 15:25

Ялҡау монологы

Ите булһа, билмән бөгөр инем,Эх, шайтаның, бер ус оно юҡ, Балтаһы юҡ утын ярам тиһәң, Бешермәйем, сөнки утын юҡ. Хәйерһеҙең, икенең бере юҡ.Тормоштоң бер яйы, көйө юҡ.Ялҡауҙың ғүмерлек, кредо, –Юҡ менән гел уның тамаҡ туҡ. ***

Ялҡау монологы
Ялҡау монологы

Бер ҡарт ауыҙынан

Йәш ваҡытта көс, дәрт самаһыҙ ҙа,
Аҡыл әле бешеп етмәгән.
Һаулыҡ була, дарман тигәне лә,
Әллә ни(э)шләп ваҡыт етмәгән?!.
Аҡылдарҙан хәҙер хет кәбән ҡой...
Ваҡыт менән быуа быуырлыҡ.
Дәрте лә бар, дарман ғыналар юҡ,
Аптырарлыҡ, хатта иларлыҡ.
Дәрт тигәнгә әҙерәк аҡыл ҡушып,
Көс, һаулыҡты булһа ҡайтарып,
Ваҡыт табыр инем йөрөр өсөн
Эх, әллә нәмәләрҙе майтарып.

Гөлзифа ИСРАФИЛОВА.

Автор:
Читайте нас