+3 °С
Болотло
Шиғырҙар
1 Апрель , 05:45

Алдағандар – алдаһын!

Алдаҡсыны һөймәй халыҡ,Һала хурлыҡ тамғаһын,Әммә бөгөн теләүселәрКүҙгә ҡарап алдаһын. Депутаттың вәғәҙәһеБуш һүҙ булып ҡалмаһын,“Вәғәҙәмде үтәмәм!” – тип,Ул һәр ваҡыт алдаһын. Ришүәтсе харам малғаБүтән күҙ ҙә һалмаһын,“Алам!” – тиһен дә, алмаһын,Биреүсене алдаһын! Яуыздарҙың яман уйынИзге уйҙар ялмаһын,Ит изгелек, көт яуызлыҡ,Тиеүселәр алданһын.

Алдағандар – алдаһын!Алдағандар – алдаһын!
Алдағандар – алдаһын!


Ҡараҡ дәүләт кеҫәһенән
Бер тин көмөш алмаһын,
Үҙ мөлкәтен бүлеп биреп,
Ул дәүләтте алдаһын.

Ата ялҡауҙың бер ҡасан
Беләктәре талмаһын,
Зыян түгел, файҙа эшләп,
Уңғандарҙы алдаһын.

Хәмер ҡоло баш төҙәтеү
Уйы менән янмаһын,
Иҫереп ҡайтыр ирен көткән
Ҡатынын ул алдаһын...

Бөгөн – Беренсе апрель бит,
Уҡыусылар аңлаһын:
“Был шиғыр бик шәп икән!” –
тип,
Үҙ-үҙҙәрен алдаһын!

ҺӘНӘК.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас