+13 °С
Дождь
Шиғырҙар
7 Апреля , 13:55

* * *

Аллаһ бирә аҡ- бәхеттәр түҙгәндәргә,Көтә - көтә һаман өмөт иткәндәргә.Ул яуҙыра шатлыҡтарҙы көтмәгәндә,Яҙмышына инде күнеп бөткәндәргә.

* * ** * *
* * *

Аллаһ бирә аҡ- бәхеттәр түҙгәндәргә,
Ғүмер юлын бик аҡыллы үткәндәргә.
Бәхеттәрҙә урап уҙыр төшмәҫ ергә,
Сабыр итмәй ҡулын һелтәп киткәндәргә.

Аллаһ бирә аҡ - бәхеттәр түҙгәндәргә,
Изге булһа һәр уйҙары йөрәгендә.
Ҡалыр өсөн бәхетлеләр рәтендә,
Доғаларҙы уҡыйбыҙ беҙ һәр бер көндә.

Фәниә Сыңғыҙова - МӨХӘМӘТШИНА.

 

Автор:
Читайте нас