+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Шиғырҙар
13 Апреля , 09:00

* * *

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ Ҡайҙа баҡма, тормошобоҙЯһалмаға ҡоролған.Ниндәй дәүерҙә йәшәйбеҙ,Ҡайҙа тәгәрәй заман?

* * ** * *
* * *

Яһалма аң, яһалма заң,
Яһалма уйҙарыбыҙ.
Яһалма беҙҙең йәшәйеш,
Яһалма йырҙарыбыҙ.

Ялған керпек, яһалма күҙ,
Ауыҙҙа ялған тештәр.
Өрөп яһалған ирендәр,
Тулған яһалма түштәр.

Яһалма дан, ялған шөһрәт,
Ялған шанлы исемдәр...
Ялғанһыҙ пак донъябыҙҙы
Бутаны икән кемдәр?

Ә мин, ахмаҡ, көтәм һаман
Ялғанһыҙ саф иртәне.
Ошо яһалма тормоштан
Ҡайҙа ҡасып китәһе?

Фото: newatlas.com

Автор:
Читайте нас