

Эштән ҡайтҡан саҡта ара-тирә
Таныш урамдарҙа аҙаштым.
Аҙаштым да, тағы һуңлап ҡайттым,
“Йыйылыш булды”, тиеп алдаштым.
Ә һин ышаныпмы, ышанмаймы —
Сабыр ғына көтөп ултырҙың;
Шатлыҡ урынына шаҡтай ғына
Был тормоштоң утын йотторҙом.
Ожмах булһа, һиңә иң беренсе
Билет алыр инем түренән...
Иртә көҙөн яуған ҡар шикелле
Сәстәреңдә аҡтар күренә.
Ҡартаябыҙ, ҡарсыҡ, ҡартаябыҙ,
Йәшлек йүләрлеге юғала...
Ләкин берүк, был аҙғын да тынды,
Гөнаһ эшләмәҫ, тип уйлама!
Фото: batyanya26.ru