

Ҡатын-ҡыҙҙың был донъяға
Талаптары юғары,
Шуға күбеһенә таныш
Яңғыҙлыҡтың аһ-зары.
Ир-егеттәр күпкә ябай
Көслө булғанға күрә,
Еңелерәк хаталана,
Еңелерәк кисерә…
Төймә ҙурлыҡ мәсьәләнән
Дөйә яһай ҡатын-ҡыҙ.
Ир-ат ҡатмарлы эште лә
Башҡарып ҡуя өнһөҙ.
Ир-егеткә эш булһын да,
Булһын ризыҡ ниғмәтле,
Янында һөйгәне булһа,
Тулыһынса бәхетле!
Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ
Мәшәҡәте ҡатындың:
Бөтәһен дә ул ҡайғырта,
Шунһыҙ нисек йән тынһын?
Хоҙай үҙе белеп беҙҙе
Төрлө итеп яратҡан:
Бер-береһенә ҡапма-ҡаршы –
Бер-береһенә йән атҡан.
Бергә тормоштоң арбаһын
Ир-ҡатын еңел тартыр,
Аҡлы-ҡаралы донъялар
Йәйғор төҫөндә балҡыр…
Фото: ru.pinterest.com