+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Шиғырҙар
21 Апреля , 04:00

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН Битлек кейеп йәшәүселәр арта

Битлек кейеп йәшәүселәр арта,Үҙ йөҙҙәрен күптән онотҡандар,Хәнйәр пәйҙә була ҡулдарында,Битлектәрен сисеп ырғытҡанда. Ҡараштары – хәйләкәр һәм ялған,Һәр әйткән һүҙ - ағыу менән тулы,Ысын йөҙөн бер күрәйем тиһәң,Шул көн һинең һуңғы мәлең булыр.

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН Битлек кейеп йәшәүселәр артаРәшит ЗӘЙНУЛЛИН Битлек кейеп йәшәүселәр арта
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН Битлек кейеп йәшәүселәр арта

Әсәләре нисек тапты икән,
Тыуҙымы икән улар битлек кейеп,
Әллә битлектәргә мохтаж түгел
Бөгөн бары урмандағы кейек?!

Кем - битлектә, кемдең битлеге юҡ -
Төшөнөрлөк түгел, үкенескә,
Битлектәр кейҙерер был тормошта
Битлекһеҙҙәр атлай көскә-көскә.

...Битлек кейеп йәшәүселәр арта -
Уны кейгәс, намыҫын ырғытҡандар,
Әммә күңелдәре тыныс түгел,
Күптән үҙ йөҙҙәрен онотҡанға.

Автор:
Читайте нас