

Ерҙә йәшәү үҙе бәхет тәһә,
Аяҡтарың менән атлап китеү.
Барыһын да тойоү, күреү, һиҙеү –
Һынауҙарҙы күнеп ҡабул итеү.
Изгелектәр ҡылып, һыуға һалам –
Сауаптары, беләм, үҙемә.
Барлыҡ Йыһан үҙе ҡарай кеүек
Ҡарағанда балам күҙемә.
Иртән өмөт менән уянамын,
Көсөн беләм изге доғаларҙың.
Онотмайым һис бер ваҡыт шуны:
Беҙ – ҡунағы ғына донъяларҙың.