

УЛТЫРЫШ
йәки УЛ ТЫРЫШ
Ул шул тиклем арып ҡайтты,
Уйын эшме – ултырыш бит!
“Бер сессия ҡалдырмаҫҡа!” –
Был йәһәттән ул тырыш бик.
Докладсыға күҙен төбәп,
Ултыра ла, ултыра ул.
Ошо хеҙмәт арҡаһында,
Ана, нисек мул тора ул.
Аңһыҙҙар ни әйткән була,
Имеш, уға күп түләйҙәр.
Тыныс, матур тормоштарын
Болартырға бик теләйҙәр.
Иғтибарын ситкә бормай,
Тыңламай ул кеше һүҙен.
Был урында ултырғанда,
Баштан былай артың түҙһен.
Ҡайһы саҡта ойоп китә, –
Серем итеү ғәйепме ни?!
Ул да тере йән эйәһе,
Ниндәйҙер бер мәйетме ни?!
Кисә оҙа-а-аҡ ултырҙылар,
Ул шул тиклем арып бөттө,
Хәлһеҙ бармаҡтары нисек
Кнопкаға барып етте!
Нимә өсөн тауыш бирҙе, –
Уныһы ни, ерунда ул.
Иң мөһиме – эш ҡалдырмай,
Һәр саҡта ла урында ул.
Мәсьәләләр ҡырмыҫҡаның
Иләүеләй мыжғып тора:
Әле бына йәш кәләшен
Диңгеҙ буйы ҡыҙыҡтыра.
Ҡәйнәһе бар, ҡайныһы бар,
Ҡоҙағыйы, ҡоҙалары...
Ҡая кеүек ҡалҡып тора
Уларының нужалары.
Һанап китһәң, үҙ иңендә
Нимә генә ташыманы:
Килененә – затлы йыһаз,
Малайына – машинаһы...
Бер үҙеңә тауҙай йөктө
Күтәреүе еңелме ни?!
Юҡһа, "халыҡ, халыҡ", тиҙәр,
Улар халыҡ түгелме ни?!
Салауат ӘБҮЗӘР.
ТУҠАЙ
(Ғ. Туҡайҙың тыуыуына – 140 йыл)
Яҙын киткән. Йәйҙә йәшәп,
Йәшнәй алмаған Туҡай
Бер ата ҡаҙ ғүмерен дә
Йәшәй алмаған Туҡай!
...Иртә киткән.Фанилыҡта
Оҙаҡлап тора алмаған.
Яҙыусылар союзында
Ағза ла була алмаған.
Башлы-күҙле лә булмаған,
Өйләнеп өлгөрмәгән.
Флюгер кеүек булырға
Өйрәнеп өлгөрмәгән.
Ялғанды Хаҡ тип әйтмәгән -
Бер ҡатлы әҙәм булған.
Ике йөҙлө булып ҡына
Йәшәмәй әрәм булған...
Түрәләргә ауыҙ йырып,
Билен бөгә белмәгән.
Шуға күрә, шәп яҙһа ла,
Бер рәхәт тә күрмәгән.
Беҙгә тиклем шедеврҙар
Яҙып өлгөргән Туҡай,
Беҙ яҙаһын алдан яҙып,
Эште бөлдөргән Туҡай.
Вәлит ИЛЕМБӘТОВ.