

Күп кәрәкме миңә? Балаларым
Һау-сәләмәт әгәр булһалар,
Ыңғай ғына барһа тормоштары,
Яҙмыштары менән уңһалар…
Күп кәрәкме миңә? Туғандарым
Сирләмәһә, татыу булһалар,
Мал-тыуарым теүәл, йорт-ҡуралар
Имен-аман ғына торһалар…
Күп кәрәкме миңә? Эшем булһа,
Һәр көн һайын сабып барырлыҡ,
Һаулыҡ бирһә Хоҙай, донъяларҙан,
Йәшәүҙәрҙән ләззәт алырлыҡ…
Күп кәрәкме миңә? Ил эсендә
Бар милләттәр татыу йәшәһә,
Ваҡытында ергә ямғыр яуып,
Күк күкрәһә, йәшен йәшнәһә…
Бәлки, түгелмендер иң бәхетле,
Яҙмыштарҙан иң-иң уңғаны –
Бөгөнгөнән Хоҙай айырмаһын,
Күп кәрәкмәй. Етә булғаны.