

Майҙы көттө безәүкәйҙәр,
Сәскәләр, серәкәйҙәр.
Бал ҡорттары инде әҙер,
Эшкә тотонор хәҙер.
Яҙһылыуҙың кинйә ҡыҙын
Майҙы көттө тәбиғәт.
Бөрөләрҙең асылыуы
Күңелгә бирә рәхәт.
Май айының майҙары ла
Сәләмәтлек һыйҙары,
Гөл-сәскәлә ҡырҙарым да,
Яңғырап тора йырҙарым.
Һәр күңелгә орлоҡ һалһын
Изгелеккә көләс май.
Нурға күмелһен донъялар,
Йылмай һин дә күмәс ай.