

Уңдырғансы йыуып элдем
Ипһеҙ иҫтәлектәрҙе.
Яҙған булһа булыр әле
Иҫем китмәлектәре.
Һепереп түктем үрсемәҫ
Ҡыҫыр өмөт-хыялды,
Аҙмы шулар шауҡымында
Ҡанатланып ҡыялдым.
Ҡырҙым, йыуҙым, олаҡтырҙым
Өйкәп, игәп торғанды,
Һыпырып алып ырғыттым
Үрмәксе ау ҡорғанды.
Бушатып алғайным шулай,
Ауыр, тип, урын тарҙа…
Аһ-аһ!
Бында ҙу-ур бер һөйөү
Һыйырлыҡ урын бар ҙа!
Миләүшә Ҡаһарманова.