+16 °С
Дождь
Шиғырҙар
21 Мая , 10:10

ҠЫРМЫҪҠА

Ҡырмыҫҡаға аптырайым:Көн дә булмай был ҡыҙыҡ –Һыуҙан батмай ағып киләЙәбешкәне – ҙур сыбыҡ.  

ҠЫРМЫҪҠАҠЫРМЫҪҠА
ҠЫРМЫҪҠА

Тормошта ла йылғалар күп,
Һуғалар төрлө яҡҡа.
Ағып китмә бер яңғыҙың
Күҙ күрмәгән сит яҡҡа.

Сит ерҙәрҙә йылғалар киң,
Елдәре иҫә һалҡын.
Ярына менә алмаһаң,
Ни эшләрһең, яңғыҙ башың.

Йөҙә белмәгән дә риза
Йәшәүҙән донъяһында:
Йәбешер юлдаш табылһа,
Тормошо даръяһында.

Фәнүз ШӘҒӘЛИЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас