

Тауыҡтарҙы һыйлайым мин -
Йәлләмәй һалам емен,
Тик был арала ниңәлер
Йомортҡалар кәмене.
Нишләп һалмай башланылар,
Ниңә һуң улай? - тиһәм,
Ҡараһам, бының сәбәбе
Ябай ғына ла икән...
Ҡыҫҡаһы былай: бер карға
(Ҡараһы түгел - ала),
Тауыҡтар янына инеп,
Йомортҡаларҙы ала.
Суҡышына ҡаба ла ул,
Нисектер табып яйын.
Аҙбар ҡапҡаһынан осоп,
Сыға әйләнгән һайын.
Хет берәй файҙа килтерһә
Ул ҡарға үҙе беҙгә...
Ә тауыҡ йомортҡалары
Кәрәк бит үҙебеҙгә.
Был ҡараҡты ҡыуа-ҡыуа
Мин инде тамам туйҙым.
Уйлап таптым бит – ҡапҡаға
Тимер рәшәткә куйҙым.
Иң аҫтан ғына ҡалдырҙым
Ҙур булмаған бер тишек -
Тауыҡтарым инеп-сығып
Йөрөрлөк кенә ишек.
Унан керергә ҡурҡа ул -
Үҙем ҡәнәғәт ҡалдым.
Бер арала теге бурға
Нотоҡ та уҡып алдым:
"Йөрөмә нервыма тейеп,
Ҡарҡылдап һин "ҡар" ҙа "ҡар",
Асыуланһам, балаларың
Етем ҡалыуы ла бар.
Тиле кәкүк түгелһең бит -
Аҡыллы ала ҡарға,
Балалар ашатыуҙың һин
Башҡа юлдарын ҡара".
Хәҙер йөрөйҙөр инде ул
Бар аҙбарҙарҙы күҙләп.
Еңел табыш алыр өсөн,
Асыҡ ҡапҡалар эҙләп.
Арабыҙҙа ла бихисап
Ошо ҡарға ишеләр.
Уғрылыҡты үҙҙәренә
Кәсеп иткән кешеләр.
Ҡылыҡтарын ташламайҙар,
Туҡтауһыҙ көрәшһәк тә,
Уларҙан да ныҡ кәрәк шул
Бикле тимер рәшәткә.
Оҙон түгел, ҡыҫҡа ғына
Был мәҫәлдең морале -
Һаман язаһыҙ йөрөгән
Ҡараҡтар ҙа бар әле.
Юлдаш ӘХТӘМОВ.
Фото: https://ya.ru/images/