

Һауынсылар һыйыр һауған,
Көтөүсе көтөү көткән,
Яландарҙа әрем түгел,
Ып-ысын иген үҫкән!
Һабан һөрөп, иген сәскәс,
Һабантуй яһағандар,
Кем сәй һемергән, кемдәрҙер
Ҡаҙылыҡ ашағандар.
Ҡолға башына менгәндәр,
Аттарҙа сабышҡандар,
Нәски, ҡулъяулыҡ алам, тип,
Сәмләнеп ярышҡандар.
Таҙа көрәшселәр килеп,
Келәм, тәкә алғандар,
Колхозсылар, бит һыпырып,
Әпәр итеп ҡалғандар.
Почет ҡағыҙы биргәндәр
Хеҙмәт батырҙарына,
Премиялар эләккән
Шефтың яҡындарына.
Иң аҙаҡ матур урында
Оло табын ҡорғандар –
Ҡунаҡтар, шефтар, эшсәндәр,
Әйтерһең, бер туғандар!
Коньяк ҡушҡан ҡымыҙ менән
Түрәләр һыйланғандар.
(Ул заманда ла түрәләр
Һөйкөмһөҙ ҡыланғандар).
Һыу ҡушылған ҡымыҙ эсеп,
Мәж килгән эшсән халыҡ! –
Уныһы ла бушҡа түгел,
Эскәндәр һатып алып!
Халыҡ шулай айран эсеп,
Алйып ултырған, ойоп,
Үҙен шул түрәләр менән
Типә-тиң күреп, тойоп!
Колхозсы йыллыҡ дәрт алған,
Уның күңеле тулған.
Бына был инде, исмаһам,
Ысын Һабантуй булған!
Хәҙер Һабантуй әләмен
Ҡышын да күтәрәләр,
Һабан күрмәгән кешеләр
Һабантуй үткәрәләр.
Тундрала, Себерҙә лә
Һабантуй гөрләтәләр,
Һабантуй яһаусыларҙы
Юғары үрләтәләр.
Исемдәре есеменә
Таман да булһын ине –
Һабантуй үткәргән ерҙә
Һабан да булһын ине!
Вәлит ИЛЕМБӘТОВ.