+18 °С
Облачно
Шиғырҙар
29 Мая , 04:55

КИТАП

Китап – белем шишмәһе, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙә тәрән мәғәнә ята. Бер тиндән һумдар йыйылғандай, уҡыған бөртөктәр­ҙән белем туплана. Улар аша беҙ тормошто өйрәнәбеҙ, әҙәби әҫәрҙәге геройҙарҙың ыңғай сифаттары беҙҙе тәрбиәләй, яҡшыны ямандан айырырға са­ҡыра, аҡыллы булырға өндәй. Шу­ға ла китаптар – донъяны танып белергә ярҙам итеүсе асҡыс, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Муса ҒӘЛИ Китап Тап әкиәт — миңә китап,Һәр бите — серле ишек.Асам шул ишектәрҙе,Биттәрҙән биткә күсеп.

КИТАПКИТАП
КИТАП

Бөтәһен күрәм унда,
Тоям урман шаулауын,
Йәшел ҡырҙар өҫтөнә
Ҡойоп ямғыр яуғанын.
Батыр кешеләр унда
Елкетә йөрәгемде...
Кескәй генә китаптан
Табам бар кәрәгемде.

1996 йыл.

Фото: ru.freepik.com

Автор:
Читайте нас