+16 °С
Ясно
Шиғырҙар
9 Июня , 07:08

Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН Ҡазанға – түбәтәйгә

Йәйҙең матур бер көнөндәЮлландыҡ беҙ Ҡазанға.Имеш, унда түбәтәйҙәрҺатыла ныҡ арзанға.

Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН Ҡазанға – түбәтәйгәЙәмил ҠОТЛОГИЛДИН Ҡазанға – түбәтәйгә
Йәмил ҠОТЛОГИЛДИН Ҡазанға – түбәтәйгә

Йөрәктәрҙе елкендереп,
Елдерәм ҙур юлдарҙан.
Тиҙерәк етеү кәрәк,
Хаҡтары булғас арзан.

Өфө - Ҡазан араһын,
Елдереп барып еттем.
– Шәп барма, - тип әрләп бөттө
Мине хәләл ефетем.

Ҡазан матур, бик оҡшаны,
Тәмле унда сәк-сәктәр.
Оҙатып та ҡайтарҙылар
Әйтеп йылы теләктәр...

Арып-талып, көс-хәл менән
Ҡайтып еттек Өфөгә.
Был йөрөгән сәйәхәтте
Һөйләмә лә кешегә.

Ике көн дә үтмәне,
Почта тулы хат ята.
Юлдарында шәп барғанмын,
Үәт, минең шунда хата.

Аҙым һайын камералар
Төшөрөп беҙҙе алған.
Ҡатын менән икебеҙҙең
Фотоһүрәтен һалған.

Күптән төшкән юҡ ине шул
Ҡатын менән фотоға.
Икебеҙҙе йәнәш күреп,
Эх, матурым ҡотора...

Ҡазандарға барған саҡта
Арттырмағыҙ тиҙлекте.
Беҙҙең бер барып ҡайтыу
Ун түбәтәйгә етте.

Фото: afisha.ru

Автор:
Читайте нас