+14 °С
Облачно
Шиғырҙар
11 Июня , 05:00

Ишдәүләт САФИУЛЛИН Аҡсалы ирҙәр кәрәк!

(Ҡайһы бер яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ ауыҙынан) Аҡсалы ирҙәр кәрәк,Ундай ирҙәр бик һирәк.Тик аҡсалы ирҙәр генәМинең өсөн ҙур терәк. Аҡсалы ир янда булһа,Ныҡ була бисә биле.Ир булғас, бик "текә" генәБулһын автомобиле.

Ишдәүләт САФИУЛЛИН Аҡсалы ирҙәр кәрәк!Ишдәүләт САФИУЛЛИН Аҡсалы ирҙәр кәрәк!
Ишдәүләт САФИУЛЛИН Аҡсалы ирҙәр кәрәк!

Кредиты ла булмаһын
Бәйле ипотекаға.
Үҙе түләп йөрөтһөн ул
Мине дискотекаға.

Ҡаршымда ул бейеп торһон,
Йәшәргә миңә керһен.
Йыл һайын алтын йөҙөк һәм
Затлы тун алып бирһен.

Тиненәсә биреп барһын
Миңә ул зарплатаһын.
Эшкә китһә, алып ҡалам
Пин-код менән картаһын.

Эштән ҡайтҡас, йөрөтһөн ул
Санаторий-курортҡа.
Әгәр йөрөтөр булмаһа,
Аяҡ баҫмаһын йортҡа!

"Аҡса туҙҙыраһың!" тиеп
Ауыҙын да асмаһын.
Ят ялбырбашҡа эйәреп
Минән "һулға" ҡасмаһын.

Мине генә теләһен ул,
Түшәктә "дөрләп янһын".
Ләззәттән һәр күҙәнәгем
"Спасибо" тип ҡалһын.

Хыялымдағы мөжигем
Төшһөн минең өлөшкә.
Төшә ҡалһа, күмер мине
Алтын менән көмөшкә.

Әгәр шундай ир белһәгеҙ,
Миңә хәбәр итегеҙ.
Эскән-тартҡан ялҡау ирҙәр,
Марш, суҡынып китегеҙ!

 

 

Автор:
Читайте нас